- Онлайн дәрестәр
- 28-се дәрес. Заманса яратҡан шөғөлдәр
28-се дәрес. Заманса яратҡан шөғөлдәр
һыбай йөрөү | кататься верхом на лошади |
шөғөл | хобби |
китап уҡыу | чтение книг |
сәйәхәт итеү, ил гиҙеү | заниматься туризмом, путешествовать |
Лексик тема: Эш эҙләйем
– О, Айгөл, һин нейл-арт менән шөғөлләнә башлағанһың икән!
– Эйе, бына бер нисә ай инде был шөғөл серҙәрен өйрәнәм.
– Миңә лә был ҡыҙыҡлы. Төплөрәк һөйләп китә алаһыңмы?
– Әлбиттә! Һәр ҡатын- ҡыҙ ҡулдарының һаулығы һәм матурлығы хаҡында хәстәрләргә тейеш. Маникюр ныҡ шәп булһын өсөн, һәр ваҡыт салонға барып, ҡиммәтле процедураларға аҡса түкмәҫкә лә мөмкин. Ябай ғына бөхтәлеккә өй шарттарында ла өлгәшергә була. Мине был шөғөл ныҡлы ҡыҙыҡһындырҙы. Бар нескәлектәрен өйрәнеп, нейл-арт менән шөғөлләнергә булдым.
– Ныҡ матур! Һин үҙ эшеңдең оҫтаһы!
– Рәхмәт яҡшы һүҙеңә, миңә әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе!
– Уңыштар!
– Ҙур рәхмәт!