- Онлайн дәрестәр
- 25-се дәрес. Рәссамдар
25-се дәрес. Рәссамдар
рәсем сәнғәте | живопись |
майлы буяу | масляная краска |
акварель буяуы (һыуҙа иҙелә торған буяу) | акварельная краска |
киндер (рәсем төшөрөү өсөн туҡыма) | холст |
портрет төшөрөүсе рәссам | портретист |
диңгеҙ күренештәрен төшөрөүсе рәссам | маринист |
Лексик тема: Рәссамдар
– Гүзәл, һин Башҡортостан рәссамдарының халыҡ галереяһы порталында теркәлдеңме әле?
– Юҡсы, был хаҡта ишеткәнем дә юҡ.
– artrb.ru адресында урынлашҡан был порталда бик күп мәғлүмәт тупланған. Шулай уҡ үҙеңдең эштәреңде йөкләп, конкурстарҙа ла ҡатнашырға мөмкин.
– О, ниндәй шәп мәғлүмәт еткерҙең әле! Мотлаҡ инеп, танышып сығырға кәрәк. Рәхмәт, һиңә!
– Тиҙҙән һинең эштәреңде лә был портал галереяһында күрербеҙ, тип ышанам!
– Тырышырмын.