- Онлайн дәрестәр
- 23-сө дәрес. Минең хис-тойғоларым
23-сө дәрес. Минең хис-тойғоларым
борсолоу | волноваться |
ҡурҡыу | бояться |
маҡтаныу | хвастаться |
ғәжәпләнеү | удивляться |
үкенеү | раскаиваться, сожалеть |
ғорурланыу | гордиться |
Лексик тема: Минең хис-тойғоларым
– Кешеләр мөхәббәтһеҙ йәшәй алмай, шулаймы?
– Мин дә килешәм. Мөхәббәт беҙҙең тормошобоҙҙо байыта, мәғәнә һәм матурлыҡ өҫтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән мөхәббәт һүрелергә мөмкин.
– Кешеләр мөхәббәтте һаҡлап ҡалыр өсөн бер-береһен нығыраҡ өйрәнергә тейеш, шул саҡта күңелһеҙ булмаҫ.
– Минең уйымса, тоғролоҡ, бер-береңә ышаныс мөғжизәләр тыуҙыра. Уларһыҙ мөхәббәт бер көндө юҡҡа сығырға мөмкин.
– Һинең фекереңә ҡушылам. Был һыҙаттар мөхәббәт өсөн бик мөһим. Кемдер мөхәббәтте әкиәт тип уйлай. Һин нисек уйлайһың?
– Бер яҡтан, мөхәббәт – әкиәт, икенсе яҡтан, ул беҙҙең көндәлек тормош. Кемгәлер үҙе уйлап сығарған донъяла йәшәү оҡшай, ләкин ысынбарлыҡ йыш ҡына уларҙы ергә төшөрә. Беҙҙең тормошта һәм мөхәббәттә төрлө проблемалар етерлек. Әкиәттә яҡшылыҡ һәр саҡ яманлыҡты еңә. Тормошта йыш ҡына киреһенсә була. Әгәр кеше мөхәббәтте әкиәт тип ҡабул итә икән, уны һаҡлау өсөн тырышлыҡ түкмәй. Мөхәббәтте бит ҡурсалап торорға кәрәк, кем шуны аңламай, шул кеше мөхәббәтен юғалта.
– Һинең ҡарашың бик ҡыҙыҡлы. Уйлап ҡарармын әле был турала.
– Бик яҡшы. Мөхәббәт ябай ғына нәмә түгел шул.