- Онлайн дәрестәр
- 21-се дәрес. Аэропортта, вокзалда
21-се дәрес. Аэропортта, вокзалда
ылаусы, йөк ташыусы | перевозчик |
йөк | кладь |
ҡул йөгө һаҡлау камераһы | камера хранения ручной клади |
тикшереү | досмотр |
таможня тикшереүе | таможенный досмотр |
хәүефһеҙлек техникаһы | техника безопасности |
бина | здание |
теркәү | регистрация |
Лексик тема: Аэропортта, вокзалда
– Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә барырға ине.
– Унда нимә эшләйһең?
– Яңы йыл мәлендә ғилми-ғәмәли конференцияға материал ебәргән инем. Бына бүләкләү тантаһына саҡырыу ебәргәндәр.
– О, шәп!
– Шәплеген шәп тә... Тик нимә менән барырға тип баш ватам әле... Самолет менәнме, әллә поезд менәнме? Самолет менән тиҙ булыр ине лә, тик билет хаҡы «тешләшә», поезд менән тәүлек буйына барырға кәрәк.
– Ваҡыт проблемаһы ғына булғас, поезды һайларға кәңәш итер инем.
– Әйҙә, улай булғас билеттар менән дә ярҙамлаш әле.
– Ҡайҙан алабыҙ?
– Трансагентлыҡҡа барайыҡ.
– Онлайн мөмкинлек юҡмы ни?
– Белмәйем, бер ҙә генә булышҡан нәмәм түгел шул.
– Әйҙә, ҡарайыҡ әле!
– Әйҙә!