- Онлайн дәрестәр
- 20-се дәрес. Байрамдар
20-се дәрес. Байрамдар
байрам | праздник |
бүләк итеү | дарить |
бейеү | танцевать |
йырлау | петь |
күңелле | веселый, весело |
һыйлау | угощать |
тәмлекәс | сладости |
Лексик тема: Байрамдар
– Айгөл, әйт әле, һин ниндәй байрамды яратаһың?
– Миңә тыуған көн байрамы күңелемә яҡын.
– Ни өсөн?
– Сөнки был көндө барыһы ла маҡтау һүҙҙәре әйтәләр, бүләктәр бирәләр, үткән йылға йомғаҡ эшләнә, алға бурыстар ҡуйыла. Был көндө дуҫтар, туғандар менән осрашып, бергәләп ял итергә, уйнарға мөмкин.
– Ә һиңә ниндәй байрам оҡшай?
– Мин Яңы йыл, 8 март байрамдарын яратам. Яңы йыл байрамынан ниндәйҙер мөғжизә көтһәң, ә 8 март көндө һин бар иғтибар үҙәгендә. Шәп бит!
– Эйе, байрамдар бик күңелле мәл. Шулай ҙа беҙҙең ҙур рухи ҡиммәттәргә эйә милли байрамдарыбыҙы ла оноторға ярамай.
– Ниндәй байрамдар?
– Мәҫәлән, Ҡарға бутҡаһы. Ул яҙ ҡаршылау байрамы. Ҡарғалар йылы яҡтан ҡайтыу менән яҙ айы башлана, тип уйлаған боронғолар. Улар ҡыуанышып йылға буйына йыйылған, бутҡа бешергән, йәштәр, балалар уйындар уйнаған, йырлаған, бейегән, күңел асҡан.
– Милли байрам тигәндәй, ә миңә тағы ла Һабантуй байрамы оҡшай. Ауыл эшсәндәренең хеҙмәтенә дан йырлау, халыҡ йолаларын киләсәк быуынға тапшырыу байрамы ул. Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һәм башҡа халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.
– Беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләүсе байрамдар, ысынлап та, күп икән. Хәҙер белдем инде.