- Онлайн дәрестәр
 - 19-сы дәрес. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
 
19-сы дәрес. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
| спорт менән шөғөллән | занимайся спортом | 
| сыныҡ | закаляйся | 
| шәхси гигиенаны үтә | соблюдай личную гигиену | 
| көн режимын һаҡла | соблюдай режим дня | 
| дөрөҫ туҡлан | правильно питайся | 
| хеҙмәт ярат | трудись | 
| матур уйҙар уйла, шат йәшә | думай о хорошем, живи весело | 
| компьютерҙа, телефонда оҙаҡ ултырма | долго не сиди за компьютером, за телефоном | 
| насар ғәҙәттәргә тотонма | не заводи вредные привычки | 
| сәләмәт йәшәү рәүеше алып бар | веди здоровый образ жизни | 
Лексик тема: Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
–	Һаумыһығыҙ! Инергә мөмкинме?
–	Һаумыһығыҙ! Әйҙәгеҙ, үтегеҙ. Ултырығыҙ. Һеҙҙең исем-фамилияғыҙ нисек?
–	Булатов Марат.
–	Тулы нисә йәш?
–	17.
–	Һеҙҙе нимә борсой?
–	Һалҡын тейҙерҙем, шикелле. Башым, тамағым ауырта, ныҡ йүткерәм.
–	Тамағығыҙҙы ҡарайыҡ әле. Бик ныҡ шешкән икән. Тыңлап та ҡарайыҡ әле. Улай төпкә төшмәгән, үпкәгеҙ таҙа. Температурағыҙҙы ла үлсәп ҡарайыҡ. Температурағыҙ бөгөн юҡ.
–	3 көн рәттән булғайны. Мин шулай бик йыш сирләйем. Йылы кейенеп тә йөрөйөм инде.
–	Улай бик йыш ауырығас, һеҙгә тәнегеҙҙе сыныҡтырырға кәрәк.  Саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә,  һалҡын һыу менән ҡойонорға кәрәк. Бына һеҙгә рецепт, ошо дарыуҙарҙы алып эсегеҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе сыныҡтырығыҙ!
–	Рәхмәт, тырышырмын.
–	Башҡа ауырымағыҙ.