- Онлайн дәрестәр
- 17-се дәрес. Яҡындағы һәм алыҫтағы дуҫтарым
17-се дәрес. Яҡындағы һәм алыҫтағы дуҫтарым
гел бергә | постоянно вместе |
ышанам/ышанаһың/ышана | доверяю/доверяешь/доверяет |
кәңәшләшеү | советоваться |
килешә алмайым | не могу согласиться |
бәхәсләшергә ярата | любит спорить |
үпкә һаҡламай | не таит обиду, не обижается |
аралашып торам/аралашып торабыҙ | общаюсь/общаемся |
Лексик тема: Яҡындағы һәм алыҫтағы дуҫтарым
– Айгөл, һинең яҡын дуҫың бармы?
– Әлбиттә. Ул Диана, беҙ мәктәптә бергә уҡый башланыҡ.
– Һин уға ышанаһыңмы?
– Эйе, мин уға тулыһынса ышанам, ул мине бер ҡасан да ташламаясаҡ.
– Һин бәхетле шундай дуҫың булғанға. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк.
– Мин дә уны төрлө ситуацияларҙа яңғыҙ ҡалдырмайым.
– Һеҙ берәй ваҡыт бәхәсләшкәнегеҙ булдымы?
– Эйе, бәхәсләштек. Ҡай ваҡыт беҙ юҡ нәмә өсөн бәхәсләшеп китәбеҙ, шулай ҙа бер-беребеҙгә үпкә һаҡламайбыҙ. Диана бик тыныс һәм аҡыллы ҡыҙ, конфликтҡа инмәҫкә тырыша.
– Айгөл, һин бик аҡыллы, һылыу ҡыҙ, Диана һинән көнләшмәйме?
– Ой, ул турала уйлағаным юҡ. Быны юҡ-бар тип уйлайым.
– Яҡшы. Ә Дианаға серҙәреңде һөйләйһеңме?
– Һөйләйем, ул минең бөтә серҙәремде белә, сөнки ул минең иң яҡын дуҫым. Уртаҡ серҙәребеҙ булғанға шатмын.
– Ә һинең тағы ла дуҫтарың бармы?
– Эйе, улар йыраҡта йәшәйҙәр. Шулай ҙа улар менән социаль селтәрҙәр аша аралашып торабыҙ.
– Бик яҡшы! Ысын дуҫлыҡ алыҫ араны ла яҡынайта!