- Онлайн дәрестәр
- 16-сы дәрес. Ғаиләбеҙҙең традициялары
16-сы дәрес. Ғаиләбеҙҙең традициялары
ғаилә байрамдарын бергә үткәреү | совместное проведение семейных праздников |
тәбиғәткә сығыу | поход в природу |
ғаилә менән бергәләп аш ашау | семейные ужины |
кулинар рецепттарҙы быуындан быуынға тапшырыу | передача кулинарных рецептов из поколения в поколение |
театрға барыу | поход в театр |
Лексик тема: Ғаиләбеҙҙең традициялары
– Айгөл, һеҙҙең ғаиләгеҙҙең традициялары бармы?
– Эйе, беҙ йыл һайын Яңы йылға ҡаҙ бешерәбеҙ. Был беҙҙең ғаилә традицияһы.
– Ә һеҙҙең тағы ла традицияларығыҙ бармы?
– Эйе, тыуған көндәргә бәлеш бешерәбеҙ. Минең тыуған көнөмдә киноға барабыҙ.
– Был да традициямы?
– Шулай. 8-се мартҡа атайым миңә сәскәләр, әсәйемә хушбый бүләк итә. Ә һеҙҙең ниндәй традицияларығыҙ бар?
– Тап бына өсбосмаҡ традицияларҙы хәтергә төшөрҙө лә инде. Тыуған көндәребеҙгә әсәйем һәр саҡ өсбосмаҡ бешерә. Телде йоторлоҡ! Ашханалағы был ваҡ бәлештәр әсәйемдекенән ныҡ айырыла. Шулай уҡ һәр Яңы йыл салют аттырабыҙ.
– Башҡа ғаиләләрҙә лә бармы икән традициялар?
– Бар әлбиттә. Һәр ғаиләнең үҙ традицияһы була.