- Онлайн дәрестәр
- 15-се дәрес. Кино ҡарарға яратаһыңмы?
15-се дәрес. Кино ҡарарға яратаһыңмы?
кино сәнғәте | киноискусство |
кино йондоҙо | кинозвезда |
кинотаҫма | кинолента |
киноға төшөрөү | киносъемка |
киноға барыу | идти в кино |
тауышһыҙ кино | немое кино |
Лексик тема: Кино ҡарарға яратаһыңмы?
– Һаумы, Айгөл. Хәлдәрең нисек?
– Һаумы, Заһир. Яҡшы ғына. Үҙеңдең хәлдәрең нисек?
– Минең дә хәлдәрем яҡшы. Айгөл, һиңә бер һорауым бар ине. Һин кино ҡарарға яратаһыңмы?
– Әлбиттә. Туғаным менән ҡыҙыҡлы һәм мажаралы сит ил киноларын ҡарайбыҙ.
– Ә һиңә ниндәй фильмдар нығыраҡ оҡшай?
– Һуңғы йылдарҙа башҡорт киноларын ҡалдырмай ҡарап барам. Улар тағы ла күберәк булһа, БСТ каналынан көн һайын күрһәтһәләр, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
– Бик яҡшы. Мин Мостай Кәримдең «Өс таған» әҫәре буйынса режиссер Айнур Асҡаров төшөргән киноға ике билет алғайным, бәлки бергәләп барырбыҙ.
– Рәхмәт! Бик шатмын. Әсәйем бик фәһемле кино тине.
– Улай булғас барабыҙмы?
– Әйҙә, барабыҙ!