- Онлайн дәрестәр
- 14-се дәрес. Ауылда нисек йәшәйҙәр?
14-се дәрес. Ауылда нисек йәшәйҙәр?
йәшәй | живет |
тота | держит |
үрсетеү | разводить, выращивать, размножать |
үҫмәй | не растет |
алыштырып булмай | не заменить |
серле | таинственный, загадочный |
эшһөйәр | трудолюбивый |
хужалыҡ | хозяйство |
кибет | магазин |
Лексик тема: Ауылда нисек йәшәйҙәр?
– Һине күреүемә бик шатмын!– Мин дә һине күреүемә шатмын!
– Кәйефең нисек?
– Яҡшы!
– Байрамдарға ниндәй пландарың бар?
– Ауылға ҡайтып килергә ине.
– Ауылға?! Минеңсә, ҡала тормошо шаулы, мауыҡтырғыс. Бында теләгән ваҡытта театрҙарға, киноға йөрөргә була, һәйкәлдәр, төрлө майҙандарҙа, паркта ял итеү мөмкинлеге бар, ә ауылда?
– Ауылда саф һауа, иҫ китмәле тәбиғәт, тәбиғи аҙыҡтар. Үҙең үҫтергән йәшелсә-емешкә, ауыл һөтөнә, итенә бер нәмә лә етмәй!
– Әлбиттә!
– Әйҙә, минең менән ауылға ҡунаҡҡа! Әллә күпме ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ.
– Әйҙә һуң.
– Бик яҡшы, улайһа алдағы аҙнала ҡайтырбыҙ.
– Яҡшы, килештек!