- Онлайн дәрестәр
- 14-се дәрес. Ауылда нисек йәшәйҙәр?
14-се дәрес. Ауылда нисек йәшәйҙәр?
| йәшәй | живет |
| тота | держит |
| үрсетеү | разводить, выращивать, размножать |
| үҫмәй | не растет |
| алыштырып булмай | не заменить |
| серле | таинственный, загадочный |
| эшһөйәр | трудолюбивый |
| хужалыҡ | хозяйство |
| кибет | магазин |
Лексик тема: Ауылда нисек йәшәйҙәр?
– Һине күреүемә бик шатмын!– Мин дә һине күреүемә шатмын!
– Кәйефең нисек?
– Яҡшы!
– Байрамдарға ниндәй пландарың бар?
– Ауылға ҡайтып килергә ине.
– Ауылға?! Минеңсә, ҡала тормошо шаулы, мауыҡтырғыс. Бында теләгән ваҡытта театрҙарға, киноға йөрөргә була, һәйкәлдәр, төрлө майҙандарҙа, паркта ял итеү мөмкинлеге бар, ә ауылда?
– Ауылда саф һауа, иҫ китмәле тәбиғәт, тәбиғи аҙыҡтар. Үҙең үҫтергән йәшелсә-емешкә, ауыл һөтөнә, итенә бер нәмә лә етмәй!
– Әлбиттә!
– Әйҙә, минең менән ауылға ҡунаҡҡа! Әллә күпме ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ.
– Әйҙә һуң.
– Бик яҡшы, улайһа алдағы аҙнала ҡайтырбыҙ.
– Яҡшы, килештек!