- Онлайн дәрестәр
- 13-сө дәрес. Тәбиғәт ҡосағында
13-сө дәрес. Тәбиғәт ҡосағында
ҡурсаулыҡ | заповедник |
милли парк | национальный парк |
тәбиғәт паркы | природный парк |
йәшәү мөхите | среда обитания |
тарлауыҡ | ущелье |
солоҡ | борть |
Лексик тема: Тәбиғәт ҡосағында
– Бөгөн көн бигерәк матур. Йылы, ҡояшлы.
– Эйе, тик мин белмәйем, апрель айында ниңә шул тиклем йылы икән. Элек был ваҡытта һыуыҡ була торғайны.
– Һауа торошо хәҙер ныҡ үҙгәреү кисерә. Был климат үҙгәреү менән бәйле глобаль йылыныу бара бит.
– Минеңсә, был бигүк һәйбәт түгел.
– Унан башҡа ла проблемалар етерлек. Кешеләрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында тирә-яҡ мөхит бысрана, тәбиғәткә зыян килә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай шул. Урманды күпләп ҡырҡыу ҙа ҙур зыян килтерә тәбиғәткә.
– Кеше эшмәкәрлеге арҡаһында һауа, һыу, тупраҡ бысрана. Быға шәхсән бысраныуҙы ла өҫтәргә мөмкин.
– Уныһын ишеткәнем юҡ. Нисек була ул?
– Күп кешеләр тәмәке тарта, алкоголь, наркотиктар ҡуллана. Шул шәхсән бысраныу тип атала. Улар үҙҙәренә зыян килтерә, тәбиғәтте һәм атмосфераны бысрата.
– Бахыр тәбиғәт! Кешеләр уны ҡотҡарыу өсөн бер нәмә лә эшләй алмаймы ни?
– Минеңсә, эшләй алалар. Мәҫәлән, сүп-сарҙы ташламаҫҡа, уны эшкәртеп, файҙа килтерергә. Бөтә нәмәне һаҡсыл тотонорға.
– Күмәкләгән – яу ҡайтарған! Барыбыҙ ҙа тырышһа, тәбиғәт беҙгә рәхмәтле булыр.