- Онлайн дәрестәр
- 11-се дәрес. Баҙарҙа
11-се дәрес. Баҙарҙа
бик ҡыйбат | очень дорого |
арзан | дёшево |
һатып алам | покупаю |
үлсәгеҙ | взвесьте |
күпме тора? | сколько стоит? |
Лексик тема: Баҙарҙа
– Әйҙә, баҙарға!
– Ниндәй баҙар, ти. Хәҙер бит бөтә ерҙә супер, гипермаркеттар.
– Өфөлә, Черниковка биҫтәһендә, “Колхоз баҙары” әле лә эшләй.
– Ысынмы? Ҡыҙыҡ.
– Эйе, баҙарҙар әлеге көндә лә күп кенә илдәрҙең визит карточкаһы булып тора. Мәҫәлән, Төркиәнең Гранд-баҙары бар донъяла билдәле. Шулай уҡ Испанияның Бокерия баҙары көнөнә генә 40 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Египеттың Хан-әл – Хәлил баҙары ла бик данлыҡлы. Бына шулай: баҙарҙар - бик ҡыҙыҡлы ер ул.
– Унда һатыулашырға кәрәкме?
– Эйе, был - баҙарҙың төп үҙенсәлеге.
– Ә «Колхоз баҙарында» нимәләр һатыла?
– Был баҙарҙа ла нәмә генә юҡ. Аҙыҡ-түлек, йорт-кәрәк яраҡтары, кейем-һалым һәм төрлө йорт хайуандарын да табырға мөмкин.
– Ә хаҡтар нисек?
– Бында хаҡтар Өфө ҡалаһынан сағыштырмаса күпкә арзаныраҡ, унан һатыулашырға ла була.
– Нимә менән барабыҙ?
– Баҙарға бөтә төр транспорт та йөрөй.
– Бик хуп, барайыҡ!