- Онлайн дәрестәр
- 10-сы дәрес. Мин бында йәшәйем
10-сы дәрес. Мин бында йәшәйем
күп ҡатлы йорт | многоэтажный дом |
ағас йорт | бревенчатый дом |
кирбес йорт | кирпичный дом |
ата йорто | отчий дом |
ҡуртымға алынған фатир | съемная квартира |
яңы фатир | новая квартира |
бөхтә өй | аккуратный, опрятный дом |
матур баҡса | прекрасный сад |
ҙур йоҡо бүлмәһе | большая спальня |
иркен ҡунаҡ бүлмәһе | просторная гостиная |
шәп уйын бүлмәһе | хорошая игровая |
заманса аш бүлмәһе | современная кухня |
уңайлы йыуыныу бүлмәһе | удобная ванная |
зауыҡлы мебель | мебель, подобранная со вкусом, изысканная |
Лексик тема: Мин бында йәшәйем
– Сәләм, Айгөл!
– Сәләм, Гүзәл! Һин бында нимә эшләп йөрөйһөң ул?
– Мин бит анау өйҙә йәшәйем!
– Күптәнме?
– Юҡ, күскәнебеҙгә 3 ай ғына әле.
– Бигерәк матур ерҙә икән фатирығыҙ. Яҡында ғына Аксаков баҡсаһы.
– Эйе, айырыуса, күле һәм аҡҡоштары оҡшай. Кис һәм иртәнге яҡта күнекмәләр эшләү өсөн һәр көн ошо күл янына киләм. Бында һауа ла саф, кәйеф тә күтәрелә. Кисен саф һауала йөрөү йоҡо өсөн файҙалы булһа, иртәнсәк һалҡынса һауала йоҡо тиҙ генә оса һәм дәрт өҫтәлә.
– Ысынлап та, бигерәк шәп икән! Мин һинең өсөн бик шатмын.
– Рәхмәт!